Бөгөн Радий Хәбиров эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрам менән ҡотланы

- Махсус хәрби оперция барышында терроризм һәм экстрмизға ҡаршы эште камиллаштырырға кәрәк. Төп маҡсат - транспортта, сауҙа селтәрҙәрендә, халыҡ күпләп йыйылған урындарҙа тәртип һаҡлау. Тыл ныҡлы булырға тейеш. Республика тәртип һаҡсыларына ярҙам итә. Төбәктә маҡсатлы программалар ғәмәлгә ашырыла, - тине Радий Хәбиров. Республика Башлығы алдынғы хеҙмәткәрҙәргә дәүләт наградалары тапшырҙы.