Башҡортостанда көҙгө саҡырылыш буйынса армияға алыныусыларҙың тәүгеләре хеҙмәт урындарына юлланды

Бөгөн Өфөлә уларҙы оҙатыу тантанаһы булды. 80-дән ашыу егет Мәскәү өлкәһе һәм Рязань ҡалаһы хәрби частарына бара. Вице-премьер Ирек Сәғитов белдереүенсә, армия - яҡшы тормош мәктәбе. - Һалдаттарҙың көслө һәм сәләмәт булып әйләнеп ҡайтырҙарын теләйбеҙ, - тине ул. Көҙгө саҡырылыш йыл аҙағына тиклем дауам итә.