Полиция хеҙмәткәрҙәрен республика башлығы эш урынына уҡ барып тәбрикләне

Язанан ҡасыу мөмкин түгел икәнлеген барыһы ла яҡшы аңларға, бер генә енәйәтсе лә яуаплылыҡтан ҡотолорға тейеш түгел, тине Радий Хәбиров полиция хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары менән ҡотлап. Эске эштәр органдары быйыл ғына 23 меңдән ашыу енәйәт ҡылыу осрағын асыҡлаған. Шул иҫәптән дүрт мең ярымы айырыуса ауыр һанала.

Заман шарттары хоҡуҡ һаҡсыларынан тағы ла яңы эш алымдары, яуаплылыҡ һәм фиҙәкәрлек талап итә. Бөгөн республика башлығы хеҙмәттә абруй ҡаҙанған, ҡаһарманлыҡ күрһәткән бер төркөм полиция хеҙмәткәрен дәүләт наградалары, маҡтау грамоталары менән бүләкләне.

Улар хоҡуҡ һағы һалдаттары. Күктән таш яуып торһа ла, улар һәр саҡ сафта. Һөнәри байрам да посты ҡалдырыу өсөн сәбәп түгел. Ләкин был ҡағиҙәләр полиция хеҙмәткәрҙәрен ҡотларға ла ярамай тигәнде аңлатмай. Радий Хәбиров һөнәри байрамын билдәләгән хоҡуҡ һаҡсыларын эш урынына уҡ барып тәбрикләне.

Республика етәксеһе полиция һәм йәмәғәт хәүефһеҙлеге үҙәге хеҙмәткәрҙәренең эш шарттары менән дә ҡыҙыҡһынды. Ни тиһәң дә халыҡ хоҡуҡи ярҙам һорап мөрәжәғәт иткәндә тәүҙә тап ошо бүлмәләргә килә. Йәмғиәт хәүефһеҙлеге полицияның матди-техник тәьмин ителешенә туранан-тура бәйле.

Быйыл республикала 23 меңдән ашыу енәйәт асыҡланған. Уларҙың байтағы кеше үлтереү, сәләмәтлеккә зыян килтереү, көсләү-талауҙар, автомобиль ҡыуып алып китеүҙәр, мутлашыуҙарға ҡағыла. Әммә һуңғы йылдарҙа урам тәртипһеҙлеге кәмей, хоҡуҡ боҙоусылар йышыраҡ интернет селтәрҙәренә, кибер енәйәтселеккә баҫа, тине республиканың эске эштәр министры Роман Деев.

Эске эштәр органдарының һөнәри байрамы уңайынан уҙғарылған тантаналы ултырышта сығыш яһап, Радий Хәбиров полиция алдында тағы ла яңы һынауҙар тороуын билдәләне.

Тантаналы ултырышта алдынғы полиция хеҙмәткәрҙәрен, тыныс тормошта ҡаһарманлыҡ күрһәткән хоҡуҡ һаҡсыларын дәүләт наградалары, ведомствоның маҡтаулы грамоталары менән бүләкләнеләр. Министр ҡулынан сираттағы йондоҙҙар менән погондар алыусылар ҙа булды. Әммә погондар матурлыҡ өсөн генә, ысынында иһә уларҙы йөрөтөү үтә лә ауыр икәнлеген һәр полиция хеҙмәткәре яҡшы аңлай.

Айнур Кәбиров