Евразия фәнни-белем биреү үҙәге сиктәрендә Рәсәй фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәгендә ғилми аудитория асылды. Бығаса заманса кабинеттар баш ҡалала юғары уҡыу йорттарында булдырылды, бөтәһе шундай һигеҙ аудитория асыу күҙаллана.
Элекке уҡыу залына ремонт яһалған, заманса мультимедиа менән йыһазландырылған, компьютер класы бар. Бында лекциялар уҡыласаҡ, ғалимдар осрашыуы, ғилми кәңәшмәләр ойоштороласаҡ.
Евразия фәнни-белем биреү үҙәгенең академиялағы бүлмәһе фән менән шөғөлләнеүселәр өсөн уңайлы шарттар тыуҙыра. Үҙәктә эшләүсе 950 ғилми хеҙмәткәрҙең 40 проценты йәштәр. Йәш көстәрҙе ситкә ебәрмәү өсөн бында байтаҡ саралар күрелә.
Аудитория асыу тантанаһында аспиранттарға Башҡортостан башлығы дипломдары тапшырылды. Уҡыуҙағы һәм ғилми- тикшеренеү эшендәге уңыштары, һәләте өсөн төбәк етәксеһе стипендияһына Эмиль Хөснөтдинов та лайыҡ булды.
Аграр йүнәлештә эшләүсе аспиранттар лабораторияла ҡыҙыҡлы тәжрибәләр үткәрә.
Дәүләт ярҙамы ғалимдарға артабан эшләргә этәргес. Әле улар башҡарған проекттар киләсәктә республика өсөн файҙалы ҡаҙаныштар буласағына ышаныс бар.
Рәмилә Исмәғилева