Илдең төрлө төбәктәренән йыйылған ЮНЕСКО клубы вәкилдәре комитеттың эшмәкәрлегенә байҡау яһаны, көнүҙәк һорауҙарҙы ҡарап, уларҙы хәл итеү юлдарын эҙләне. Күсмә ултырышты тап Өфөлә ойоштороу осраҡлы түгел. Әлеге ваҡытта донъяла 4 меңдән ашыу ЮНЕСКО клубы эшләп килә, шуларҙың 56-һы Рәсәйҙә, ә 19-ы Башҡортостанда иҫәпләнә.
Сарала ҡатнашыусылар ЮНЕСКО клубы кандидаты - «Новошкола» уҡытыу үҙәге менән танышты. Мәктәп директоры Ирина Кейекбаева әйтеүенсә, белем усағы малай-ҡыҙҙарҙы уҡыуға, фәнгә, мәҙәниәткә йәлеп итеү буйынса системалы эш алып бара. Күсмә ултырыш сиктәрендә «Иң яҡшы ЮНЕСКО клубы» конкурсын ойоштороу һорауҙары ла ҡаралды. Бәйге Юнеско клубтары араһында бәйләнеште нығытыуҙы төп маҡсат итеп ҡуя.