Башҡортостанда йыл аҙағына тиклем 14 меңдән ашыу күсемһеҙ милек объекты сиктәрен билдәләүҙә киткән хаталар төҙәтеләсәк. Был Рәсәй төбәктәре араһында иң юғары күрһәткес.
Йыл башынан Кадастр палатаһы филиалы реестрҙағы бер меңдән ашыу хатаны төҙәткән. Дәүләт программаһы буйынса координаттарҙы дөрөҫ билдәләү өсөн махсус комплекстар һатып алына. Стереомонитор поляризация методы менән эшләй. Ул ер участкаһы сиктәрен 10 сантимерға тиклем дөрөҫлөк менән билдәләргә мөмкинлек бирә.
Кадастр палатаһында билдәләүҙәренсә, участка сиктәрен билдәләүҙә киткән хаталарҙы төҙәтеү эше ер ресурстарын һөҙөмтәле ҡулланырға, шулай уҡ граждандар ихтыяжынан сығып Росреестр хеҙмәттәрен күрһәтеүҙе еңелләштереүгә йүнәлтелгән.