Төрлө өлкәләрҙә тиҫтәләгән һәм йөҙәрләгән йыл тәжрибә туплаған ғаиләләрҙе Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡотланы. Төбәктә хеҙмәт кешеһенең хоҡуҡтарын яҡлау, эш хаҡын арттырыу маҡсатында өс яҡлы комиссия ойошторолған. Хөкүмәт, эш биреүселәр һәм профсоюздар берлеге араһында 2023-2025 йылдарға иҫәпләнгән килешеүгә ҡул ҡуйылды. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.
Тверяковтар ғаиләһенең дөйөм хеҙмәт стажы 80 йылдан ашыу. Насар күреүселәрҙе йөҙөргә өйрәткән, уларҙы Паралимпия ярыштарына әҙерләгән тәжрибәле тренерҙар республикала тиҫтәләрсә спортсы тәрбиәләгән. Республика йортонда «Хеҙмәт династиялары» конкурсында еңеүсе ғаиләләрҙе Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров тәбрикләне. Бәйгелә ауыл хужалығы, нефть сәнәғәте, төҙөлөш һәм башҡа тармаҡтарҙа оҙаҡ йылдар тырышҡан ғаиләләр бүләкләнде.
Туймазы районында йәшәүсе Зәләевтар ҙа «Хеҙмәт династиялары» конкурсы еңеүселәре. Нефть сәнәғәте тармағында 1952 йылдан алып эшләүсе ғаилә иң бай тарихлы династия номинацияһында билдәләнде.
Өс яҡлы комисия ултырышы Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡатнашлығында үтте. Кәңәшмәлә республикала хеҙмәт мөнәсәбәттәрен камиллаштырыу, эш хаҡын арттырыуға бәйле бурыстар билдәләнде. Хөкүмәт, эш биреүселәр һәм профсоюздар берлеге араһында 2023-2025 йылдарға иҫәпләнгән килешеүгә ҡул ҡуйылды.
Алдағы йылдарҙа «хеҙмәт династиялары» конкурсын киңәйтеү, тағы ла күберәк һөнәри уңышҡа өлгәшкән ғаиләләрҙе йәлеп итеү маҡсаты ҡуйыла.
Флорида Ким