Умартасылыҡ һәм башҡорт тоҡомло бал ҡортон фән кимәленә еткереүсе ғалим-практик Әмир Миңлеәхмәт улы Ишемғолов иҫтәлегенә. Биология фәндәре докторы, профессор, Рәсәйҙең атҡаҙанған фән эшмәкәре, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалерына мәрмәр таҡтаташ шәхес үҙе нигеҙ һалған Республика халыҡ медицинаһы һәм апитерапия үҙәгендә асылды. Бөтө Рәсәйгә билдәле ғалим, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы хаҡында тулыраҡ киләһе яҙмала.
Әмир Миңлеәхмәт улы Ишемғоловты заманадаштары бар булмышын ауыл хужалығының умартасылыҡ тармағына бағышлаған эшлекле етәксе, ғалим булараҡ таный һәм хөрмәт итә. Әмир Ишемғолов башҡорт тоҡомло бал ҡортон фәнни нигеҙҙә ентекле өйәренеп, системаға һалыусы ғалим-практик. Ғалим тәжрибәһен туплаған 200 ашыу фәнни хеҙмәте, Рәсәй сиктәрен үтеп, бөтә донъяға тарала.
Әмир Миңлеәхмәт улы үҙен оҫта ойоштороусы һәм менеджер булараҡ та таныта. Рәсәй һәм халыҡ-ара кимәлдә ойошторолған Апимондия күргәҙмәләрендә әүҙем ҡатнаша. Абпуйлы ауыл хужалығы күргәҙмәләрендә уның етәкселегендә һигеҙ йөҙҙән ашыу миҙал яуланған. Был еңеүҙәр тырыш хеҙмәт һәм эҙмә-эҙлекле тәжрибә һөҙөмтәһе.
Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың 5-6 саҡырылышы депутаты, 2015 йылда Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайын етәкләүсе һәм уны ҡала үҙәгендә матур бинаға күсереүҙе хәл итеүсе, ярҙамсыл, ихлас, туған йәнле шәхес хаҡында яҡындары тик яҡты хәтирәләр һаҡлай..
Әмир Ишемғоловтың ғүмере типһә тимер өҙөрҙәй йәшендә өҙөлһә лә, ул үҙенән һуң яҡшы исем, халҡы һоҡланырҙай яҡты эҙ, ғилми хеҙмәттәр ҡалдырҙы. Шәхес нигеҙ һалған халыҡ медицинаһы һәм апитерпия республика үҙәге лә Әмир Ишемғолов исемен йөрәтә, ә бинаның алдын ғалим иҫтәлегенә мәрмәр таҡтаташ биҙәй.
Гүзәл Борханова