Өфөнөң йәмәғәт именлеге үҙәге наркотиктарға ҡаршы акция үткәрҙе

Хәүефле иғландарға ҡаршы. Өфөнөң йәмәғәт именлеге үҙәге наркотиктарға ҡаршы акция үткәрҙе. Торлаҡ файҙаланыу идаралығы хеҙмәткәрҙәре мәктәп уҡыусылары менән берлектә тыйылған матдәләр һатылған сайттарҙың иғландарын юйҙы. Намыҫһыҙ кешеләр, буяу һәм трафарет менән файҙаланып, йорттарҙа ошондай мәғлүмәт ҡалдыра.

Балалар ҡулдарына баллонсылар һәм бумалалар алып, бындай иғландарҙы юҡ итеүҙә ярҙамлашты. Йыш ҡына айырым йорттарҙа бер нисә хәүефле иғлан тап итергә мөмкин.

Акцияла ҡатнашыусылар иғландарҙы стеналағы бер төҫ менән юйырыға тырышты. Ә инде шәхси бина хужаларына йәмәғәт хәүефһеҙлеге үҙәге хеҙмәткәрҙәре бындай иғландарҙы үҙҙәренә юҡ итергә ҡушты. Шулай уҡ инспекторҙар уҡыусылар араһында аңлатыу әңгәмәһе үткәрҙе.