“Алға” биләмәһендә яңы цех асылды

Бөгөн Ишембай районында урынлашҡан “Алға” айырым иҡтисади биләмәһендә  “Аркада” сәнәғәт берләшмәһенең бирсәткә цехы файҙаланыуға тапшырылды. Яңы производстоны асыуҙа Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. “Аркада” сәнәғәт берләшмәһен ойоштороусыһы Михаил Цукерман инвестиция башланғыстарын ярҙам итеүҙәре өсөн Республика Хөкүмәтенә рәхмәт белдерҙе. Цехта йылына 10 миллион бирсәткә етештереү ҡарала. 100-гә яҡын кешегә яңы эш урыны булдырылды, тине Михаил Цукерман. Предприятие киләсәктә белгестәргә дөйөм ятаҡ төҙөргә планлаштыра. Инвестор цех төҙөлөшөнә 2 миллион һум аҡса һалған. “Алға” иҡтисади биләмәһендә резиденттар һаны йылдан- йыл арта, Республика Хөкүмәте инфраструктура булдырыу буйынса йөкләмәләрен үтәй, биләмәлә юлдар, коммуникациялар, яҡтыртыу ҡоролмалары барлыҡҡа килә. Был эште беҙ дауам итәсәкбеҙ”, -тине Радий Хәбиров.