Бөгөн Республика Башлығы Радий Хәбиров унда капиталь ремонт барышы менән танышты. Эштәр майҙа башланды, улар бер нисә этапта ғәмәлгә ашырыла. Был майҙан тәүге башҡорт нефтен табыуҙың 90 йыллығы уңайынан төҙөкләндерелгән юбилей объекттарының береһе булып тора. Ҡалала шулай уҡ Губкин урамы төҙөкләндерелә.