Бөгөн Ишембай ҡалаһында башҡорт нефтен табыуҙың 90 йыллығы уңайынан тантана үтте

Унда Радий Хәбиров ҡатнашты. Республика Башлығы "Башнефть" компанияһы хеҙмәткәрҙәрен һәм ветерандарын ҡотланы. - 1932 йылда беҙҙең нефттең данлыҡлы тарихы башланды. Был тармаҡ күп ҡала һәм ауылдарға нигеҙ һалды, фәнни институттар, Өфө дәүләт нефть университеты булдырылды. - Башҡортостан нефтселәре бөгөн дә төрлө ҡатмарлы  бурыстарҙы хәл итә, - тине  Радий  Хәбиров.