Быйыл Башҡортостанға 2 мең ярым һауын һыйыры алынған

Ҡазанда үткән “Рәсәй һөтө” агросәнәғәт форумында Башҡортостан вице-премьеры – Ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов шулай тип белдерҙе. 5 йылда республика фермаларында  һыйыр малы  29 мең башҡа артҡан.  “Мал һатып алыусыларға субсидия бирелә. Республикала селекция-тоҡомсолоҡ эшен яҡшыртыуға иғтибар ҙур.  Беҙҙә 79 тоҡомсолоҡ ойошмаһы эшләй, уларҙың иллеһе малдарҙың һөтөн арттырыу йүнәлешендә эшләй”, - тине ведомство етәксеһе.