Өфөлә "Ҡаршылыҡтарҙы емереп" Бөтә Рәсәй форум-күргәҙмәһе йыл һайын уҙғарыла

Был турала Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова белдерҙе. Бындай бренд республикала 2012 йылда уҡ булдырылды. Проект мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙе яҡлауға, улар өсөн яңы шарттар булдырыуға йүнәлтелгән. Быйылғы форум ил кимәлендә үтте.