Башҡортостанда башҡорт атына иң яҡшы һәйкәл проектына конкурс иғлан ителде

Ғаризаларҙы киләһе йылдың мартына тиклем Нестеров исемендәге музейға тапшырырға мөмкин. Мәҙәниәт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, һәйкәл Өфөлә Ағиҙел ярында урынлаштырыла. Конкурс тураһында тулы мәғлүмәттәр Башҡортостан рәссамдары берлеге сайтында бар.