Яңы йыл каникулдары 31 декабрҙән 8 ғинуарға тиклем дауам итә. Ватанды һаҡлаусылар көнө кесе йомаға тура килә. Байрам 23 февралдән 26-ыһына тиклем һуҙыла. 29 апрелдән 1 майға тиклем һәм 6 майҙан 9 май ял көндәре була. 12 июнь,Рәсәй һәм ҡала көндәре шәмбегә тура килә. Ял көнө дүшәмбегә күсә, өс көн ял итәбеҙ. Башҡортостан халҡын Республика көнө, Ураҙа һәм Ҡорбан байрамдарында ла өҫтәмә ял көндәре көтә.