Комсомолдан табиптарға УАЗ «Буханка» автомобиле

Комсомолдан табиптарға. Баш ҡалала йәшәүсе комсомол ветерандары хәләл көсө менән йыйылған аҡсаға УАЗ «Буханка» автомобиле һатып алып Красный Луч ҡалаһында эшләүсе Башҡортостан табиптарына оҙатты.

Коммунистик йәштәр отрядтары илде тергеҙеү, юл, ҡалаларҙы төҙөүҙә хәл иткес көс була. Әле лә улар берҙәмлек девизына тоғро ҡалып, тотош ил ҡушылған эштән ситтә ҡалмай. 29 октябрҙә - комсомолдың тыуған көнөндә осрашыуҙа хәрби операция барған өлкәләрҙә эшләүсе табиптарға ярҙам итеү ниәте барлыҡҡа килә