9 миллиард ярым һумлыҡ инвестиция һәм 200 яңы эш урыны

«Алға» махсус иҡтисади биләмәһендә яңы заводҡа нигеҙ һалына. Предприятиела дизель яғыулығына ҡушымта етештереү ҡарала. Ишембайҙа шулай уҡ эш бирсәткәләре бәйләү цехы сафҡа инде һәм Башҡортостан нефтенең 90 йыллығына арналған тантаналар үтте. Уларҙа республика башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Эш сәфәренән БЮТ хәбәрсеһе Рафиҡ Әхмәтшин репортажы.

Яңы асылған цехта бәйләү машиналары көйлө эшләй. Сменаһына улар 3 мең, ә йылына 10 миллион пар эш бирсәткәһе сығарыуға һәләтле.

Бирсәткә бәйләү цехы «Алға» махсус иҡтисади биләмәһенең тәүге резиденттарының береһе, «Аркада» компанияһында яңы етештереү линияһы. Инвестор былтыр декабрҙә генә эш кейеме цехын сафҡа индергәйне. Әле улар яңы йүнәлеш үҙләштергән. Цехты сафҡа индереү өсөн 200 миллион һум аҡса тотонолған, һөҙөмтәлә 100 яңы эш урыны асылған.

«Алға» махсус иҡтисади биләмәһенең тағы бер күләмле проекттарының береһе дизель яғыулығы өсөн ҡушымталар етештереү заводы. Предприятиела төҙөлөш барышы менән Радий Хәбиров яҡындан танышты. «Синтез М» компанияһы проектҡа 9 миллиард ярым һум инвестиция йәлеп иткән. Киләсәктә сығарылған продукция баҙарҙағы ихтыяждың 40 процентын ҡапларға тейеш. Нефть эшкәртеү сәнәғәте өсөн импортты алмаштырыу мәсьәләһе хәл ителһә, республикаға яңы эш урындары.

Дөйөм алғанда «Алға» масус иҡтисади биләмәһе йылдам үҫеш юлында. Резиденттар һаны арта, республикаға инвестициялар йәлеп ителә.

Радий Хәбиров Башҡортостан нефтенең 90 йыллығына арналаған тантаналарҙа ла ҡатнашты. Ишембайҙа бөгөн төҙөкләндерелгәндән һуң нефть вышкаһы мемориалы сафҡа инде.

702-се скважинан 1932 йылда Башҡортостандағы тәүге 50 тонна нефть сығарыла.Барлығы ул илебеҙгә 38 мең тонна самаһы ҡара алтын бирә. Ишембай халҡы скважинаны хөрмәтләп өләсәй вышка тип йөрөтә.1967 йылдан бирле Икенсе Баҡы ятҡылығын асырға мөмкинлек биргән биләмә мемориаль комплекс булып тора

Төҙөкөләндереү эштәренә барлығы 70 миллион һум аҡса тотонолған. Мемориаль комплексты яңыртыу «Башнефть» компанияһы ярҙамында башҡарылған. Ҡара алтын сығарыусылар ҡалаһы заман менән бергә атлай. Парктар, йәмәғәт биләмәләре яңыртыла. Ишембайҙағы үҙгәрештәрҙе урындағы халыҡ ыңғай баһалай.

«Башнефть» социаль яҡтан яуаплы бизнес алып бара. Башҡорт нефтенең 90 йыллығына арналған тантанала республика башлығы компания вәкилдәренә ҡара алтын табылған биләмәләрҙә йәшәгән халыҡты хәстәрләүе өсөн рәхмәт белдерҙе. Һуңғы 5 йылда ғына нефтселәр юл, дауаханалар, мәҙәниәт учреждениелары, мәктәптәр, балалар баҡсалары һәм профессиональ спортты үҫтереү маҡсатында 18 миллиард һум самаһы аҡса бүлгән. Башҡортостан менән «Роснефть» компанияһы араһындағы хеҙмәттәшлек килешеүе нигеҙендә 49 районда 220 проект ғәмәлгә ашырылған.

Тантанала Башҡортостан башлығы бер төркөм хеҙмәт алдығылырын да бүләкләне. Нефтселәрҙең фиҙаҡәр хеҙмәте тотош республиканы алға әйҙәй. 90 йыл элек Ишембай ерендә табылған ҡара алтын тотош тарихи ынтылыш яһарға мөмкинлек бирҙе. Нефть сәнәғәте бөгөн дә Башҡортостан иҡтисадының локомотивы булып ҡала.

Рафиҡ Әхмәтшин