Өфөнөң Совет майҙанын төҙөкләндереү дауам итә

Биләмәне тәртипкә килтереү баш ҡаланың 450 йыллыҡ юбилейына ҙур бүләк буласаҡ. Майҙанда ниндәй уңайлыҡтар барлыҡҡа килгән? Яуап БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина яҙмаһында

Ҡасандыр был майҙан төнгө сәғәттәрҙә законһыҙ уҙыш ойоштороусылар урыны, ә көндөҙ машиналар лабиринтына әйләнгән парковканы хәтерләтә ине. Дрифт-шоуҙарҙы хатта, тәртип һаҡсылары ла туҡтата алмай. Бөгөн ул күркәм һәм заманса йәмәғәт биләмәһе. Майҙан танымаҫлыҡ итеп үҙгәртелгән. 2020 йылда башланған төҙөкләндереү саралары бөгөн дә дауам итә.

Баш ҡалабыҙ көндән-көн йәмләнә, заманса төҫ ала. Совет майҙаны ла республика халҡы һәм туристар яратып өлгөргән урынға әүерелде. Ә 15 метрлыҡ Генерал Шайморатов һәйкәле майҙандың төп биҙәге. Постамент илдәге иң ҙур монументтарҙың береһе һанала.

Генерал Шайморатовтың бронза һынын майҙанға урынлаштырыу тантанаһын Республика көнөндә бөтә төбәк халҡы күҙәтте. Колоннадалы һәйкәлдең Совет майҙанына ҡуйылыуы осраҡлы түгел. Нәҡ ошо майҙанда 112-се Башҡорт атлы кавалерия дивизияһы Бөйөк Ватан һуғышы биләмәһенә оҙатыла. Тарих бөгөнгәсә һаҡланған фотоларҙа теркәлгән. Тиҫтәләрсә йылдар үтеү менән, легендар комдив шул уҡ майҙанға ҡайта, тик олуғ бронза һын булып.

Йәйгеһен майҙанды фонтан биҙәй, ә киләсәктә тамашалар зонаһын булдырыу ҡаралған. Реконструкцияға тиклем ябыҡ һаналған биләмәлә йыш ҡына машиналар ҡалдырып тығындар барлыҡҡа килгән. Хәҙер ҡойманы эскәмйәләр алмаштырған, фонарҙар ҡуйылған, ағастар ултыртылған.

Яңыраҡ майҙан баш ҡала буйлап ойошторолған туристик маршрут картаһын тулыландырҙы. Күләмле монумент менән танышырға илдең төрлө нөктәләренән киләләр. Һәйкәл төбөндә сәскәләр шиңмәй, майҙандан кешеләр өҙөлмәй. Сөнки быға тиклем күңелһеҙ парковка булған майҙан бөгөн ял итеү генә түгел, тарихҡа ҡайтыу, хәтерҙе яңыртыу урыны булып тора.

Рәзилә Ғиниәтуллина