Бөгөн Республика Башлығы Радий Хәбиров Балалар араһында самбо буйынса беренсе бөтә Рәсәй турнирын асыуҙа ҡатнашты. Ярыштар Өфөлә Рима Баталова исемендәге спорт әҙерлеге үҙәгендә үтә. - Спорттың был төрө ҡыйыу кешеләр өсөн. Ҡатнашыусыларға ғәҙел ярыштар теләйем, - тине Радий Хәбиров. Өфөләге турнир махсус хәрби операцияла һәләк булған Рәсәй геройҙары Максим Серафимов, Тамерлан Илһамов һәм Игорь Нәсибуллин иҫтәлегенә арнала. Ярыштарҙа илдең 17 төбәгенән 1 мең йәш спортсы ҡатнаша.