Республика премьер-министры Андрей Назаров һәм Индонезия парламенты ағзаһы Идрис Лаэна ошо мөмкинлек буйынса фекер алышты. Тура авиарейс туризм үҫешенә булышлыҡ итәсәк. Әле ике арала туристар ағымы йыл һайын 25 меңдән арта. Шулай уҡ мәғариф өлкәһендә хеҙмәттәшлекте үҫтереү буйынса тәҡдимдәр ҡарала.