Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәре буйынса, республика биләмәһенә Скандинавиянан әүҙем циклон күсте, шуға тотороҡһоҙ һауа торошо көтөлә. 13 ноябрҙә урыны менән көслө ямғыр, республиканың көнсығыш райондарында епшек ҡар яуа, боҙлауыҡ.
Әммә киләһе аҙнаның башында уҡ республика биләмәһенә арктик һауа үтеп инә, һауа температураһы түбәнәйә. Епшек ҡар һәм ҡар яуыуы, урыны менән сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар һырыуы, юлдарҙа боҙлауыҡ көтөлә. Ай уртаһында тотош республикала ныҡлап ҡар ятырға тейеш, тип фаразлай синоптиктар.