Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Салауат Юлаев исемендәге батальон һалдаттары менән осрашты

Төбәк етәксеһе Рәсәй гвардияһының махсус тәғәйенләнеш отряды ҡарамағында тупланған батальон ир-егеттәренең йәшәү шарттары, экипировка һәм дөйөм әҙерлеге менән танышты. Радий Хәбиров үҙ теләге менән тупланған батальонға Миңлеғәле Шайморатов һәм Александр Доставалов исемендәге батальон һалдаттарына күрһәтелгән ярҙам саралары ойошторола тип белдерҙе. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким репортажында.

Хәрәкәт итеү өсөн уңайлы, еңел, тирләтмәй һәм һыуыҡта йылы хәрби кейем. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Салауат Юлаев батальоны һалдаттарына бүленгән әйберҙәрҙең сифаты менән танышып, егеттәрҙең йәшәү шарттарын ҡараны. Үҙ теләге менән ойошторолған батальонда республиканың төрлө район-ҡалаларында йәшәүсе ир-егеттәр берләштерелгән.

Украиналағы махсус операцияға юлланған хәрбиҙәрҙең күбеһе быға тиклем ҡыҙыу нөктәләрҙәге бәрелештәрҙә булып ҡайтҡан тәжрибәле һалдаттар. Әле улар Миңлеғәле Шайморатов исемендәге Рәсәй гвардияһының махсус тәғәйенләнеш отрядында әҙерлек үтә.

Салаут Юлаев батальоны штабы республиканың 10 районында ойошторолған. Стәрлетамаҡ, Ишембай, Сибай ҡалаларында, Иҫке Собханғол, Малаяз ауылдарындағы штабтарға 5 меңдән ашыу кеше мөрәжәғәт иткән . Әммә батальонға барыһын да ҡабул итеү мөмкин түгел, сөнки махсус операцияға йәше, хәрби тәжрибәһе һәм сәләмәтлеге буйынса тап килгән ныҡлы физик әҙерлекле ир-егеттәр генә бара ала.

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Салауат Юлаев исемендәге батальон һалдаттарына оло рәхмәтен еткереп хәрби операцияға юлланыусыларға күп яҡлы ярҙам күрһәтеләсәк тип белдерҙе. Миңләғәле Шайморатов һәм Александр Доставалов исемендәге батальондарға күрһәтелгән социаль ярҙам саралары, хәрби экипировка, техника кеүек һорауҙар республика яуаплығына

Киләһе аҙнала Салауат Юлаев исемендәге батальон ир-егеттәре хәрби әҙерлек үтә башлаясаҡ. Бер ай дауамында армиялағы һәм ҡыҙыу нөктәләрҙәге тәжрибәһен иҫкә төшөрөп ил һаҡсылары төп хәрби бурысын үтәргә юлланыр тип көтөлә.

Флорида Ким