Рәсәй оборона министрлығы Рәсүл Кашаповтың батырлығы хаҡында һөйләне

Рәсәй оборона министрлығы Махсус хәрби операция барышында Асҡын районында тыуып Үҫкән Рәсүл Кашаповтың батырлығы хаҡында һөйләне. Оборонаның алғы һыҙығында өлкән лейтенант танк взводы менән етәкселек итә. Украина боевиктары улар яғына сыҡҡас, Рәсүл Кашаповтың взводы ут аса, дошмандың ғәмәлдәрен ҡаҡшата һәм тәүге позицияларға сигенергә мәжбүр итә.

Рәсүл Кашаповтың ҡыйыу һәм фиҙаҡәр эштәре, шулай уҡ уның ҡул аҫтындағыларҙың профессионализмы һәм оҫталығы Рәсәй танкистарына дошмандың һөжүмен өҙөргә һәм тораҡ пунктты һаҡлап ҡалырға мөмкинлек бирә. Рәсүл Анәс улы 2022 йылдың февраленән танк взводы командиры вазифаһында ҡатнаша. 2020 йылда Ҡазан юғары танк училищеһын тамамлай. Өфөлә өйөндә Рәсүлде бәләкәй улы һәм ҡатыны көтә.