Илдә әрме хеҙмәтенә көҙгө саҡырылыш бара

Баймаҡ ҡалаһы, Баймаҡ һәм Йылайыр райондары буйынса хәрби комиссариаттан буласаҡ һалдаттарҙың бер төркөмө тыуған ил алдындағы бурысын үтәргә тантаналы шарттарҙа юлланды.

Егеттәр хәрби хеҙмәткә юлланғансы, махсус медицина комиссия үтә. Һаулыҡтары тикшерелеп , психологик яҡтан әҙерлек үткәндән һуң ғына улар Рәсәйҙең Ҡораллы көстәр сафына оҙатыла. Басай ауылынан Фәнзил Сабитов әрме хеҙмәтенә барыуҙы ир -егеттең Тыуған ил алдындағы изге бурысы,тип һанай.

Баймаҡ һәм Йылайыр райондарынан көҙгө саҡырылышҡа барлығы 130-ға яҡын кеше мотлаҡ хеҙмәткә йәлеп ителәсәк. Сираттағы оҙатыуҙа Баймаҡтан 11 егет ил һаҡларға юлланды. Уларҙың береһелә махсус операцияға ебәрелмәйәсәк.

Мәғлүм булыуынса,көҙгө саҡырылыш өлөшләтә мобилизацияға бәйле, бер айға һуңлап башланды. Баймаҡ районында иһә ул 20 декабргә тиклем дауам итәсәк. Дөйөм алғанда, республиканан был миҙгелдә 4 меңдән ашыу егет һалдат кейемен кейәсәк.

Альбина Байегетова