Башҡалар каникулда булғанда Альбина Ҡасимханова менән Дмитрий Каретко эштән бушамаған

Альбина Ҡасимханова кәзә һауа беләме? Ниндәй бөжәк тәмлерәк һәм йыландар араһында йоҡларға яраймы? Башҡорт каникулында ошо һорауҙарға яуап табырға мөмкин. Башҡортостан юлдаш телевидениеһында эфирға сығасаҡ яңы проектта алып барыусылар Альбина Ҡасимханова менән Дмитрий Каретко республиканың киң билдәлелек алмаған мөйөштәрен, иҫтәлекле урындарын асырға тырыша. Хеҙмәттәштәребеҙ үҙ күҙлегенән сығып ҡыҙыҡлы турист маршруттары менән таныштыра.

Башҡалар каникулда булғанда Альбина Ҡасимханова менән Дмитрий Каретко эштән бушамаған. Шулай ҙа эш тигәнең дә ял итеү, дауаланыу, мәҙәни сараларға йөрөүгә генә ҡоролған. Хеҙмәттәштәребеҙ йәй дауамында Башҡорт каникулында булды. Зәңгәр экранға сығасаҡ телепроект шулай атала. Сәләм тапшырыуының билдәле барыусылары үҙҙәрен сәйәхәтсе булараҡ күрһәтә. Улар республиканы бөтөнләй икенсе яҡтан аса.

Баҡтиһәң, беҙ республиканы бөтөнләй белмәйбеҙ икән. Үҙебеҙ өсөн иҫ киткес матур урындар, тәбиғи ҡомартҡылар , ял һәм сәләмәтлекте нығытыу үҙәктәре астыҡ. Бар турист маршруттарын бер нисә генә тапшырыуға һыйҙырырлыҡ һәм бер йылда ғына үтеп сығырлыҡ та түгел. Сит илгә ҡыҙығып үҙебеҙҙең ус төбөндәге хазинаны күрмәгәнбеҙ. Был тапшырыуҙы төшөргәндән һуң Башҡортостанды тағы ла нығыраҡ ярата башланым.

Дмитрий Каретко

Тапшырыуҙы төшөрөү мәлендә алып барыусыларға бик күп һынауҙар үтергә лә тура килгән. Мәҫәлән, Дмитрий Каретко бөжәктәр ҙә ашап ҡараған. Йыландар мыжғып торған ерҙә ятып йоҡларға ла тура килгән. Был инде экхотика һәм экстрим яратыусы сәйәхәтселәр маршруты. Ғөмүмән, проекттан һәр кем күңеленә хуш йүнәлеш, ял урыны таба ала. Альбина Ҡасимханова мәҫәлән тулыһынса ауыл тормошона инеп киткән.

Таңғы алтынан тороп кәзә һауырға йөрөгән ғүмерлеккә иҫтә ҡаласаҡ. Ә иң онотолмаҫ тәьҫораттарҙы Еҙем йылғаһы аша һуҙылған арҡандан үткәндә алдым. Текә ҡаяға үрмәләргә тура килде. Ҡурҡыныс та булды, әммә һуңынан кисергән тойғоларҙы аңлатып бирерлек түгел ине.

Альбина Ҡасимханова 

Һәм ошо тойғоларҙы алып барыусылар операторҙар ярҙамында тамашасыларға ла еткерергә тырыша. Ә тапшырыу һуңында улар ял итеүгә киткән сығымдары менән дә таныштыра. Сәйәхәт хаҡы менән һеҙ ҙә 13 ноябрҙә көндөҙгө берҙә Башҡортостан юлдаш телевидениеһы каналында таныша алаһығыҙ.

Айнур Кәбиров