Самбо - бик ҡыйыу кешеләрҙең спорт төрө

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров самбо буйынса Бөтә Рәсәй балалар турнирын асыуҙа ҡатнашты. Ярыштар Рима Баталова исемендәге Спорт әҙерлеге үҙәгендә үтте.

«Йондоҙ» турниры махсус хәрби операция ваҡытында хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған Рәсәй Геройҙары Максим Серафимов, Тамерлан Илһамов һәм Игорь Нәсибуллин иҫтәлегенә арналды. 2007-2012 йылғы уҡыусылар араһында ойошторолған ярышҡа Рәсәйҙең 17 төбәгенән меңгә яҡын йәш самбосы килгән, шуларҙың 300-ҙән ашыуы Башҡортостандан.

Шулай уҡ үҙ көсөн Белоруссия вәкилдәре лә һынай. Ярышта ҡатнашыусыларға намыҫлы спорт көрәше, тренерҙарға тәрбиәләнеүселәренең оҫталығынан ҡәнәғәтлек алыуҙарын теләйем. Самбо - бик ҡыйыу кешеләрҙең спорт төрө. Барығыҙға ла еңеү теләйем, - тине туринрҙы асыу тантанаһында Башҡортостан башлығы