Өфө фән һәм технологиялар университетында студенттар һәм уҡытыусылар һаны арта

Федераль аҡса алыу өсөн шундай шартты үтәргә кәрәк. ВУЗда кәмендә 50 мең студент белем алырға тейеш, әле уларҙың  һаны 43 меңгә яҡын. Шулай уҡ уҡытыусылар штаты әлеге 2 мең 200-ҙән  3 мең ярымға еткерелә. Ошо шарттар үтәлһә,  киләһе йылдан миллиард һумлыҡ федераль финанслау алырға мөмкин, тип хәбәр итәләр Мәғариф һәм фән министрлығынан.  Өфө фән һәм технологиялар университеты Башҡорт дәүләт һәм Өфө дәүләт авиация-техник университеттары берләшеп  булдырылды.