Өфөлә Ҡыш Бабай резиденцияһы булдырыла

Был турала мэр Ратмир Мәүлиев белдерҙе. Резиденция Ағиҙел ярында урынлаша. - Өфө ҙур ҡала, балалар күп. Шулай уҡ ҡалаға ҡунаҡтар килә. Барыһы ла Ҡыш Бабайҙы күрергә теләй. Балалар өсөн ҙур байрам була, - тине ҡала хакимиәте башлығы. Байрам биләмәһенең 25 декабрҙә асылыуы һәм 14 ғинуарға тиклем эшләүе көтөлә.