"Өфө" тиҙҙән Рәсәй хәрби-диңгеҙ флоты составына инә

Яңы һыу аҫты кәмәһе Башҡортостан баш ҡалаһы исемен йөрөтә. Ул Балтика диңгеҙендә һыналды. Тиҙҙән  субмаринаның флот составына ҡушылыуы көтөлә, тип белдерҙе Өфө хакимиәте  башлығы Ратмир Мәүлиев. Һыу аҫты кәмәһендә Башҡортостандан  ҡораллы  көстәргә алыныусылар хеҙмәт итәсәк.