Республикала һөнәри байрамдар арта

Башҡортостан парламенты 1 декабрҙе Сәнәғәт хеҙмәткәре көнө булараҡ билдәләргә тәҡдим итә. “Иҫтәлекле көндәр календарын яңы һөнәри байрам  менән тулыландырыу бик урынлы”, - ти Дәүләт Йыйылышы–Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Рөстәм Ишмөхәмәтов.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Башҡортостан илдә сәнәғәт сәйәсәтен тормошҡа ашырыу һөҙөмтәлелеге рейтингында беренсе урын алды. Республика Сәнәғәтте үҫтереү фонды Рәсәйҙәге иң уңышлы эшләгән фондтарҙың береһе булараҡ танылды. Сәнәғәт хеҙмәткәрҙәре көнө илдең байтаҡ төбәктәрендә, шул иҫәптән Мәскәүҙә лә билдәләнә. Башҡортостанда был көндө булдырыу мәсьәләһе Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың пленар ултырышында ҡарала. Ул 17 ноябргә тәғәйенләнгән.