Был турала социаль селтәрҙә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров хәбәр итә. 2022 йыл миҙгелендә Өфөлә Дуҫлыҡ монументынан тулы ҡеүәтенә ял маршруттары ебәрелгән. 3 ай эсендә Ағиҙел буйлап теплоходта йөрөргә 84 мең пассажир сыҡҡан - был уҙған йылдарға ҡарағанда 4 тапҡырға күберәк.
Майҙа Өфөгә тәүгә дүрт палубалы "Александр Пушкин" теплоходы инде. Миҙгел дауамында республиканың баш ҡалаһы башҡа төбәктәрҙән 2 мең ярым турист менән 12 теплоход ҡабул иткән. Әле республикала йылға инфраструктураһын артабан камиллаштырыу һәм йылға үҙәндәрен тәрәнәйтеү дауам итә.