Луганск халыҡ республикаһына Махсус хәрби операцияға мобилизацияланған яҡташтарыбыҙ өсөн гуманитар ярҙам һәм табиптар барып еткән. Был хаҡта «Башҡорт батальоны» телеграм-каналында хәбәр итәләр.
Красный Луч ҡалаһында эшләгән республика Хөкүмәте аппараты етәксеһе, министр Азамат Абдрахманов хәрбиҙәргә бушлаттар, аяҡ кейемдәре, бирсәткә, аҙыҡ-түлек һәм дарыуҙар алып барған. Ике табип һәм ике шәфҡәт туташы егеттәрҙе дауалаған.
«Беҙ егеттәргә кәрәкле бик күп дарыу алып килдек. Миңә егеттәрҙең намыҫ менән хәрби бурысын үтәүе һәм дошманға ҡаршы ауяһыҙ көрәшеүҙәре тураһында һөйләнеләр», - тип белдергән Азамат Абдрахманов