Ауыл хужалығы өлкәһендә мобиль ҡушымта ярҙамында идара итеп буласаҡ

Стәрлетамаҡта уҙған «Кибер -102» ярышында белгестәр уның проектын яҡланы. Өфө фән һәм технологиялар университетының Стәрлетамаҡ филиалы математика һәм мәғлүмәт технологиялары факультеты Башҡортостандағы инновацияларға булышлыҡ итеү үҙәге менән ойошторған конкурста ете заказсы ойошма һәм студенттар ҡатнашты. Программалаусылар, дизайнерҙар, маркетологтар бизнес өсөн һанлы продукт булдырыу өсөн үҙ ара көрәште. Айти - ярышты БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева күҙәтте.

Ишембайҙағы Доставалов исемендәге Башҡорт кадет корпусы өсөн пилотһыҙ осоусы аппарат менән идара итеүгә симуляция ҡушымтаһы уйлап табырға кәрәк. Шлем, клавиатура, геймпад ҡулланыу мөмкинлеге булырға тейеш. Командалар көнө- төнө тырыша. Сөнки ярыш барышында бирелгән мәсьәләне үтәп өлгөрөү бурысы тора.

Кибер ярыш өсөн ете предприятие үҙ бурыстарын ҡуйған. Республика төбәктәренән мәғлүмәт технологиялары буйынса һөнәр үҙләштереүсе студент командалары бер проектты һайлап алып өс көн эсендә уны башҡарырға тейеш.

Ауыл хужалығында идара итеү отчетын геймификациялау. Йәғни аграр хужалыҡтарҙа мәғлүмәтте һанлаштырыу. «Ростелеком»дан был бурысты Вадим Хәзиев командаһы үтәй. Ай ти өлкәһендә уҙғарылған ярыштар еңеүсеһе был юлы ла һынатманы. Заказсының йөҙ мең һумлыҡ премияһына эйә булды.

«Автоайыҡлыҡ» ойошмаһы водителдәрҙе алкоголь ҡулланып руль артына ултырмаҫҡа саҡырыусы проект әҙерләү тәҡдиме менән сыҡҡан. Статистика буйынса, илдә аварияларҙа һәләк булған һәр бишенсе кеше ғүмере иҫерек водитель намыҫында. Был проблеманы ойошма төрлө юлдар менән хәл итеү юлдарын ҡарай. Мәҫәлән, айти хеҙмәткәрҙәре иҫерек кеше күҙҙәрен имитациялаған күҙлектәр, алкоголь ҡулланып тимер ат менән идара итеүҙең ниндәй осраҡҡа килтереүен күрһәтеүсе мобиль ҡушымта эшләргә тейеш.

Башҡортостанда Автоайыҡлыҡ проекты 2013 йылдан бирле ғәмәлгә ашырыла. Автомәктәптәрҙә курсанттар ул дәрестәрҙе үтә, әммә барыбер ҙә эскән килеш машина йөрөтөүселәр бар. Беҙ ул проблеманы уйын, мобиль ҡушымталар ярҙамында хәл итеүҙе ҡарайбыҙ.

Юлия Денисова, Рәсәйҙә «Автоайыҡлыҡ» федераль проекты координаторы

Мәғлүмәт технологиялары менән эшләүсе студенттарға ҡуйылған бурысты атҡарған осраҡта 15 меңдән 120 мең һумға тиклем аҡсалата премиялар, бүләктәр тапшырыла. «Кибер-102» ярышы Стәрлетамаҡта өсөнсө йыл рәттән уҙғарыла, һәм майҙан осраҡлы һайланмаған.

Рәмилә Исмәғилева