Быйыл тормошҡа ашырылған инвестпроекттар республика иҡтисадын 14 миллиард һумға тулыландырасаҡ

Йылдам үҫеш биләмәләрендә быйыл тормошҡа ашырылған инвестпроекттар республика иҡтисадын 14 миллиард һумға тулыландырасаҡ. Был турала Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Рөстәм Моратов бөгөн оператив кәңәшмәлә хәбәр итте. Тағы ла 28 резидент йыдам үҫеш биләмәләрендә үҙ проекттарын тормошҡа ашыра башлаған, был төбәктә 2 мең 700 яңы эш урыны булдырыла тигән һүҙ.

Министрлыҡ, ведомство етәкселәре ҡатнашлығындағы видеокәңәшмәлә шулай уҡ Яңы йыл байрамдарына әҙерлек тураһында һүҙ барҙы. 20 декабргә тиклем төп байрам майҙандарына шыршы ҡуйырға, боҙҡаласыҡтарҙы әҙерләргә, яҡтыртыу сараларын элергә кәрәклеге билдәләде. Был бурысты Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров бөгөн оператив кәңәшмәлә ҡуйҙы. Башҡортостанда быйыл 1300 боҙҡаласығын ҡуйыу күҙаллана. 2 мең 156 майҙанды шыршы менән биҙәйәсәктәр. Балалар өсөн республика шыршы байрамы 22 декабргә тәғәйенләнгән.

Оператив кәңәшмәлә Андрей Назаров Башҡортостан башлығы Радий Хәбировтың больничныйға китеүе тураһында ла хәбәр итте. Төбәк етәксеһе эш сәфәрҙәре ваҡытында һыуыҡ тейҙерһә лә, сирҙе аяҡ өҫтөндә уҙғарып, эшләүен дауам иткән.. Тейешле дауа алыу һәм сирҙе эҙемтәһеҙ үткәреү өсөн уны бер нисә көн больничныйҙа булырға өгөтләнеләр, тип белдерҙе Андрей Назаров.