Асҡын районының Солтанбәк ауылында «Айыҡ ауыл - 2021» республика конкурсында еңеү яулап аҡсалата сертификат иҫәбенә төҙөлгән спорт майҙансығы асылды. Урындағы халыҡтың ҡыуанысын БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова уртаҡлашты.
Спорт майҙансығы асылыу менән балалар тренажерҙы һанап ҡарарға ашҡынды. Көтөп алынған заманса майҙансыҡ - солтанбәктәрҙең айыҡ тормош һайлап, берҙәм булыуҙарының һөҙөмтәһе. Былтыр урындағы халыҡ «Айыҡ ауыл» конкурсында ҡатнашырға ҡарар итә. Район этабын уңышлы үткән бай тарихлы ауыл республика кимәлендә «Ҙур ауылдар» номинацияһында икенсе урынға лайыҡ булып, 3 миллион ярым һумлыҡ сертификат менән бүләкләнә.
Йәштәргә эйәреп ауылдың иң оло вәкилдәре лә күнегеүҙәр яһаны. Спорт майҙансығы урындағы “Сарс” лагеры бинаһы эргәһенә төҙөлгән. Спорт инвентарҙарын ҡороу, уйын майҙансығына резина япма түшәү, шунда уҡ баскетбол зонаһы һәм гимнастика күнегеүҙәре өсөн урын булдырылған.
Балалар майҙансығы алдында ла ҡыҙыл таҫма киҫелде. Солтанбәктә 420 кеше йәшәй, уларҙың 100-ҙән ашыуы балалар. Шуға күрә сабыйҙарҙы хәстәрләп, уйын майҙансығы булдырыу - көнүҙәк мәсьәлә. Уны хәл итеү маҡсатында «Урындағы башланғыстарға ярҙам программаһы» сиктәрендә халыҡтан 100 мең һум йыйып алына, район һәр республика бюджетынан 400 мең һум аҡса бүленә.
Йола буйынса, ауылда үткән һәр сарала Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һәм Балыҡсы ырыуы тарихын өйрәнеүсе Шаһийән Миңлеғәлиев иҫтәлегенә асылған мемориаль таҡтаташ алдына сәскәләр һалынды. Спорт һәм балалар майҙансығы асылыу уңайынан ойошторолған байрамды «Сәләмәт тәндә - сәләмәт рух» ярышы дауам итте.
Әлфинә Килдейәрова