Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры сәхнәһендә ижади коллектив «Мең дә бер кисә», «Пьер Гунт» балеттары менән сығыш яһаны. Донбасс өсөн барған һуғыш ваҡытында ҡуйылған «Бәләкәс һәм Карлсон» балет-феереяһын Өфө тамашасыһы йылы ҡабул итте.
Анатолий Соловьяненко исемендәге Донецк академия опера һәм балет театры сығышы «Ҙур гастролдәр» Бөтә Рәсәй проектының төбәк-ара программаһы сиктәрендә ойошторолдо.