Баймаҡ лицей-интернатының 6-сы класы уҡыусылары шайморатовсылар сафына ҡабул ителде

Йәш шайморатовсылар арта. Баймаҡ халыҡ ижады үҙәгендә ҡаланың лицей- интернатының 6-сы класс уҡыусылары тантаналы рәүештә шайморатовсылар сафына ҡабул ителде. Тантаналы сара район хакимиәте, Баймаҡ ҡалаһы, Баймаҡ һәм Йылайыр райондары хәрби комиссариаты етәкселеге ҡатнашлығында үтте. Тулыраҡ, киләһе яҙмала.

Республика Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, 2020 йылдан шайморатовсылар класы булдырыла. Башҡортостанда иһә быйылғы уҡыу йылында был исемгә 79 класс лайыҡ була. Улар иҫәбендә Баймаҡ лицей -интернатының иң яҡшы, өлгөлө 6-сы б класы уҡыусылары ла бар.

Шайморатов исемендәге класта белем алған уҡыусылар өсөн берҙәм мәктәп формаһы булдырылған. Был да үҙ сиратында уҡыусыларға оло яуаплылыҡ һәм абруй өҫтәй. Бағышлау тантанаһын алтынсылар менән бергә ата -әсәләр ҙә бик тулҡынланып көттө.

Генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов исемендәге кластар булдырылыу тәрбиәүи яҡтан ҙур әһәмиәткә эйә. Был класта уҡыусылар «Салауат тоҡомдары сигенә белмәй», - тигән девизына тоғро ҡалып, илебеҙҙең ысын патриоттары булырына ышаныс ҙур.

Альбина Байегетова