Республикала балалар өсөн Шыршы байрамын үткәреү көнө билдәләнде

Премьер-министр Андрей Назаров әйтеүенсә, байрам 22 декабрҙә ойошторола. “Сарала уҡыу алдынғылары, фән олимпиадаларында һәм спорт ярыштарында еңеүселәр, фестиваль лауреаттары ҡатнаша. Шулай уҡ эске эштәр органдары һәм хәрбиҙәрҙең балалары, күп балалы һәм аҙ килемле ғаиләләрҙә тәрбиәләнеүселәр, һаулыҡ мөмкинлектәре сикле балалар, ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалыусылар ҡатнаша”, - тине Премьер-министр. Шыршы байрамы “Башҡортостан” дәүләт концерт залында үтә.