Беренсе вице-премьер–Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов шулай тип белдерҙе. Резиденттарҙың 50 миллиард һумдан ашыу инвестиция һалыуы планлаштырыла. 10 мең самаһы яңы эш урыны булдырыу ҡарала. Премьер-министр Андрей Назаров иҡтисади биләмәләрҙе үҫтереү буйынса эште әүҙем алып барырға ҡушты. Ул шулай уҡ Ағиҙел һәм Сибай ҡалаларын миҫалға килтерҙе.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтРеспубликала 5 йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһе бар. Улар Бәләбәй, Күмертау, Белорет, Благовещен һәм Нефтекамала урынлашҡан. Биләмәләр һаны буйынса Башҡортостан илдә беренсе урында тора.