Республикала социаль контракт буйынса 1 меңдән ашыу кеше бизнес башлаған

Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан белдереүҙәренсә, быйыл программаға 570 миллион һум тотонолған. Йыл башынан 5 меңдән ашыу кеше социаль контракт менән файҙаланған. 900 ғаилә шәхси хужалыҡ асҡан, 2 меңгә яҡын кеше эш эҙләгән ваҡытта аҡсалата ярҙам алған. Социаль контракт менән мохтаждар файҙалана ала.