Өфөлә диабетҡа ҡаршы көрәш көнө билдәләнде

Өфөлә Бөтә донъя диабетҡа ҡаршы көрәш көнө билдәләнде. Был көндө Республика балалар клиник дауаханаһының эндокринология бүлегенә «Диамапы» йәмғиәте ирекмәндәре килде. Был ойошма шәкәр диабеты менән сирләгән балаларҙың ата-әсәләре һәм ошондай уҡ диагнозлы өлкәндәргә ярҙам күрһәтә.

Улар дауахананың бәләкәй пациенттарына бүләктәр, ата-әсәләргә рецеп китаптары һәм ҡанда шәкәре юғары булған кешеләргә ҡаралған льготалар тураһында мәғлүмәт бирҙе, иҫкәрмәләр таратты. «Диамапы» йәмғиәтендә шәкәр сиренән яфаланған пациенттарға юридик һәм мәғлүмәт ярҙамы күрһәтеү буйынса эш даими алып барыла.

Был бүлектә дауаланған балаларҙы бүләктәр биреп шатландырҙыҡ. Уларҙың кәйефен күтәрҙек. Малай-ҡыҙҙар әҙгә генә булһа ла үҙҙәренең диагнозын онотоп торорға тейеш.

Инесса Нурыева, «Диамапы» Коммерция Булмаған Ойошма Ирекмәне