5 меңдән ашыу тамашасыға иҫәпләнгән майҙанда Башҡортостандың халыҡ артисы Роберт Юлдашев «Даирәфест» Көнсығыш сәнғәт фестивалендә сығыш яһаны. Яҡташыбыҙ «Торналар риүәйәте» тип исемләнгән башҡорт композицияһын тәҡдим итте.
Петр Максимов етәкселегендәге Симфоник оркестр менән берлектә башҡарылған музыка 3Д графика менән оҙатылып барҙы. Халыҡ-ара фестиваль алтынсы йыл рәттән илдең иң яҡшы музыканттарын бер майҙанға йыя. Быйыл Башҡортостан данын Роберт Юлдашев яҡланы.