«Фәрит Бикчәнтәев. Ирек эҙләгәндә.» фильмының премьераһы үтте

Өфөнөң «Родина» кинотеатрында «Фәрит Бикчәнтәев. Ирек эҙләгәндә.» фильмының премьераһы үтте. Режиссер, педагог, Рәсәй һәм Татарстандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Станиславский исемендәге халыҡ-ара премия лауреаты, Ғәлиәскәр Камал исемендәге татар дәүләт академия драма театры баш режиссеры хаҡында фильм презентацияһы хаҡында киләһе яҙмала.

Фәрит Рәфҡәт улы Бикчәнтәев актерҙар ғаиләһендә тыуып үҫкән. Халыҡ әйткәнсә, биләүҙән үк уның яҙмышы театр менән бәйләнгән. Ижади мөхит, ата-әсәһе менән оҙайлы гастролдәрҙә йөрөү, театрҙы сәхнә артынан күҙәтеү режиссер һөнәрен һайларға булышлыҡ итә. Режиссер 60 йәшлек ғүмер байрамын төрлө театр сәхнәләрендә ҡуйылған 50-ән ашыу постановка менән ҡаршылай. Донъяның 7 илендә сәнғәт оҫтаһының эше төрлө фестваль-конкурстарҙа призлы урындар яулаған. «Фәрит Бикчәнтаев. Ирек эҙләгәндә» фильмы бөтә донъяға билдәле режиссерҙың ижади алымдары һәм илһам сығанағы хаҡында бәйән итә.

Беренсе тапҡыр театрға мине аҡ биләүҙә алып килгәндәр. 1962 йылда. Улы тыуғас, атайым бик ҡыуанған.Уларҙан бер тотам да ҡалмайынса гастролдәргә эйәреп йөрөнөм.

Фәрит Бикчәнтәев, Ғ. Камал исемендәге татар дәүләт академия театры баш режиссеры

Фәрит Бикчәнтәев ике тиҫтә йылдан ашыу Ғәлиәскәр Камал исемендәге татар дәүләт академия драма театрының баш режиссеры вазифаһында . ГИТИСТЫ тамамлаусы ижадсы үҙенең режиссерҙар мәктәбен булдырған. Кәрим Тиңчуриндың «Зәңгәр шәл» ен театр репертуарына ҡайтарта, яңы һулыш бирә. Режиссерҙың эштәрен Европаға гастролдәр барышында Лондон театр мәктәптәре лә юғары баһалаған.

Баш режиссерыбыҙ Фәрит Бикчәнтәевтың 60 йәшлек юбилейы, 30 йыллыҡ ижалына арналған фильмдың продюсеры булдым. Милли театр эшмәкәрҙәре араһында ике тиҫтә йыллап ғүмерен бағышлаусылар бик һирәк. Беҙ уның ижадына Рәсәй һөнәрмәндәре күҙлегенән байҡау яһаныҡ.

Ильфир Яҡупов, Ғ. Камал исемендәге татар дәүләт академия театры директоры

Фәрит Бикчәнтәевтың режиссер, шәхес, кеше булараҡ булмышын асҡан фильм тамашасы хөкөмөнә быйыл «Культура» каналында 22 майҙа сығарылған. Бынан тыш Ҡазанда үткән 18-се Халыҡ-ара мосоман киноһы фестивалендә күрһәтелгән. Фильм презентацияһы Камал театрының Өфөлә 9 ноябрҙән 16-на тиклем гастролдәре сиктәрендә ойошторола. Башҡорт дәүләт академия драм театры һәм «Нур» татар дәүләт театры сәхнләрендәә 7 премьера спектакле , Кәрим Тиңчуриндың «Зәңгәр шәле» лә күрһәтеләсәк.

Гүзәл Борханова