Хәйбулла районы Байғусҡар ауылында өләсәйҙәр конкурсы ойошторолдо

Хәйбулла районы Байғусҡар ауылында «Айыҡ ауыл» конкурсы сиктәрендә өләсәйҙәр конкурсы ойошторолдо. Бәйгелә Атингән, Садовый, Байғусҡар ауылы ағинәйҙәре викторина һорауҙарына яуап бирҙе, йыр-бейеүҙәр менән сығыш яһаны, ҡаҙ өмәһен сәхнәләштерҙе.

Байрамда боронғо башҡорт ихатаһы кәрәк-яраҡтары күргәҙмәһе лә ойошторолғайны. Әйтергә кәрәк, Байғусҡар ауылы халҡы «Айыҡ ауыл» бәйгеһендә тәүгә ҡатнашмай. Ауылда егәрле һәм әүҙем халыҡ йәшәй, йәмғеһе 385 кеше. Байғусҡарҙар киләсәктә «Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү» программаһында ла ҡатнашып, Салауат Юлаев урамын төҙөкләндермәксе.