Транспорт тармағын үҫтереү 5 йыл алдан планлаштырыла

Был ил күләмендә лә, муниципалитеттарҙа ла транспорт уңайлығы проблемаларын системалы хәл итергә мөмкинлек бирәсәк. Ошо һәм башҡа мәсьәләләр Мәскәүҙә асылған «Рәсәй транспорты» Халыҡ-ара форумында тикшерелә. Уның эшендә Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров етәкселегендәге Башҡортостан делегацияһы ҡатнаша.

Транспорт аҙналығы йыл һайын Рәсәй Хөкүмәте ярҙамында илдең Транспорт министрлығы тарафынан үткәрелә. Унда транспорт инфраструктураһын үҫтереүгә, пассажирҙар һәм йөк ташыу сифатын күтәреүгә, транспортта хәүефһеҙлекте тәьмин итеүгә ҡағылышлы мәсьәләләрҙе ҡарау планлаштырыла.

Санкция баҫымына бәйле ҡаршылыҡтарҙы еңеп сығыу, Рәсәй транспортының импортты алмаштырыуға һәм технологик үҙаллылығына булышлыҡ итеү проблемаларына ҙур иғтибар бүленәсәк. Форум сиктәрендә Андрей Назаров «Автодор» компаниялар төркөмө идараһы рәйесе Вячеслав Петушенко менән осраша. Шулай уҡ Рәсәй Хөкүмәте рәйесенең беренсе урынбаҫары Андрей Белоусов Башҡортостан стенды менән танышыр тип көтөлә.

Республиканың 100 квадрат метр майҙанлы стендында төбәктең юл-транспорт тармағының әһәмиәтле проекттары тәҡдим ителгән,. Улар араһында Өфө ҡалаһының Интернациональ урамы башланған ерҙә Ағиҙел йылғаһы аша күпер үткәүелен төҙөү буйынса проект, 2022-2024 йылдарҙа Пугачев урамын реконструкциялау, генерал Рыленко урамын төҙөү, генерал Рыленко һәм Пугачев урамдары киҫелешендәге транспорт үткәүеле бар.