Башҡортостанда йөрәк ҡан-тамырҙары ауырыуҙарын дауалауға бағышланған Рәсәй-Ҡытай конгрессыбашланды

Кардиология йүнәлешендә яңы күрһәткестәргә ирешеү, пациенттарҙың йәшәү ваҡытын һәм сифатын арттырыу өсөн ойошторолған сара был тармаҡта эшләгән иң көслө табиптарҙы берләштерҙе. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким репортажында.

Яңы йөрәге тураһында һөйләгән Ирек Ҡәрипов икенсе тормош башланым тип берҙә шаяртмай. Йөрәк ауырыуы буйынса уға 2015 йылда табиптар һеҙгә ярты йыл йәшәргә ҡалған тигән ҡурҡыныс диагноз ҡуя. Яҡты донъя менән хушлашырға әҙерләнгән пациенттҡа бер нисә айҙан Республика кардиология үҙәгенән шылтыратып «һеҙгә транспантология эшләргә тап килгән йөрәк бар..» тип йәшәүгә ышаныс уята. Ирек Ҡәрипов инсульт үткәреп ғүмере өҙөлгән йәш ирҙең йөрәген йөрөтә.

Башҡортостан республикаһы йөрәк трансплантологияһы йүнәлешендә Рәсәйҙең алдынғы биш субъекты исемлегендә. Республиканың һәм илдең һәләтле табиптары был тармаҡты артабан үҫтереү маҡсатында Өфөлә ҙур сараға йыйылды.

Йөрәкте күсереп ултыртыуға мохтаж пациенттар бик күп һәм Башҡортостанда трансплантология йүнәлешен үҫтереү өсөн шарттар тыуҙырылған. Тәжрибәле кадрҙар, кардиология үҙәгенең матди-техник базаһы ныҡ, донорлыҡ мәғлүмәттәре регистры төҙөлгән.

Һаулыҡ һаҡлау милли проектына таянып республикала йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәрен иҫкәртеү, үлемесле осраҡтарҙы кәметеү бурысы ҡуйылды. Кардиология үҙәгендә яңы корпус төҙөлөшө, яңы программалар ошо маҡсатҡа ирешергә ярҙам итер тигән өмөттәбеҙ.

Айрат Рәхмәтуллин, Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры

Илдә бөтә үлем осраҡтарының төп өлөшө тап йөрәк ҡан-тамырҙары ауырыуҙарына килеп тоташа. Граждандарҙың уртаса ғүмер оҙайлығын 80 йәшкә тиклем еткереү , сәләмәтлеге буйынса йәшәү сифатын яҡшыртыу өсөн ойошторолған конгресс был тармаҡты камиллаштырыу өсөн тағы ла бер этәргес булыр тип көтөлә.

Флорида Ким