Өфөнөң «Нур» татар дәүләт театры эргәһендә заманса йәмәғәт биләмәһе сафҡа инде. Даян Мурзин исемен йөрөткән скверҙа быйыл йәй асылған ҡаһарман генералға бағышланған һәйкәлде лә күрергә мөмкин. Уның менән БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина таныштыра.
Быға тиклем күңелһеҙ булған майҙан бөгөн танымаҫлыҡ булып үҙгәргән. Ҡасандыр ташландыҡ хәлгә әйләнгән зона йәшелләндереп, тәртипкә килтерелгән. Хәүефле юлдар гранит һәм бетон менән ҡапланған тротуарҙарға әүерелгән. Халыҡ хәүефһеҙлеге өсөн майҙан яҡтыртыу ҡоролмалары һәм видеокүҙәтеү камералары менән йыһазландырылған. Төрлө төҫтәге лампалар төнгө сәғәттәрҙә айырыуса зауыҡлы яна. Ә балаларға күңел асыр өсөн уңайлы бәүелсәктәр ҡуйылған. Ҡыҫҡаһы, ял өсөн биләмәлә бөтә шарттар булдырылған.
Гитлерҙың шәхси дошманы, интернациональ партизан отряды командиры, «Ҡара генерал» - былар барыһы ла яҡташыбыҙ Даян Мурзин тураһында. Быйыл асылған был һәйкәл легендар генералға бағышланған Рәсәйҙәге икенсе монумент. Фашизмды еңеүгә тос өлөш индергән герой һыны урынлашҡан сквер ҙа уның исемен йөрөтә. Скверҙың төҙөкләндерелеүе «Нур» татар театры хеҙмәткәрҙәре өсөн дә ҙур ҡыуаныс. Спектаклдәрҙән һуң, артистар ял итеп, тамашасылар менән аралаша ала.
Скверҙы төҙөкләндереү баш ҡалабыҙҙың 450 йыллыҡ юбилейына тағы ла бер ҙур бүләк булды. Хәйер, баш ҡалабыҙ көндән-көн матурая, заманса төҫ ала. Ә Даян Мурзин скверында йылдың ниндәй миҙгелендә лә рәхәт, тыныс.
Рәзилә Ғиниәтуллина