Баш ҡалала «Кулинар сәнғәт маэстроһы - 2022» конкурсы уҙҙы

Өфө тармаҡ технологиялары колледжында ойошторолған ярышта төбәктең 19 социаль учреждениеһы ашнаҡсылары ҡатнашты. Тәмле көрәште БЮТ ижади төркөмө лә күҙҙәте.

Кемдер ҡыҙыл сөгөлдөр ҡыра, кәбеҫтә, һуған турай.. табала ит ҡыҙҙырыла.. Республиканың ете психоневрология интернаты һәм ҡарттар йорттарынан ашнаҡсылар командалары кулинар оҫталыҡта көрәшә.

Конкурс шарттары буйынса дөрөҫ технология ҡулланыу иҫәпкә алына. Ашнаҡсылар аҙыҡ тәмле лә, матур ҙа булһын өсөн тырыша.

Конкурсанттар аҙыҡты әҙерләп бөткәс уны презентациялай. Табынды һәр команда үҙ фантазияһы менән биҙәгән. Күҙәй ҡарттар һәм инвалидтар йорто командаһы эко стилгә, Бөрөләр иһә хәрби темаға өҫтөнлөк биргән.

Социаль учреждениеларҙа йәшәүселәрҙең туҡланыу рационын иҫтә тотоп эшләү мөһим. Аш аҡһымға, май, витаминдарға бай булырға, дөйөм әйткәндә, аҙыҡтың энергетик ҡиммәте булырға тейеш.

Надежда Филлипова, Эксперт

Эксперттар аҙыҡты тәмләп ҡарап баһалай. Бынан тыш, конкурсанттар санитар- эпидемиология талаптары, диетик туҡланыу кеүек темаларға тест үтә.

Кулинарҙар ярышы еңеүселәренә 5 меңдән 10 мең һумға тиклем аҡсалата премиялар ҡаралған. Аутсорсинг системаһы яулап алған заманда аҙыҡтың социаль учреждениеның үҙендә әҙерләнеүенең ҡәҙере беленә, ти эксперттар.

Рәмилә Исмәғилева