Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының Ырымбурҙағы гастролдәре тамамланды. Өс көн дауамында барған спектаклдәргә мең ярымдан ашыу кеше тамаша ҡылған. Әйткәндәй, һуңғы тапҡыр ижади коллектив күрше өлкәлә ике йыл элек сығыш яһаған. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры өс спектакль менән сығыш яһаны. Гастролдең беренсе көнөндә халыҡтың яратып ҡабул иткән, тиҫтә йылдан ашыу театр репертуарынан төшмәгән «Бәхет хаҡы» музыкаль мелодрамаһы күрһәтелде. Шуға ла ижади сәфәргә тап ошо спектаклдең һайланыуы осраҡлы түгел. Тамашасы һорауы буйынса һайланған әҫәр халыҡ артистары Фидан Ғафаровты йәшлек йылдарына алып ҡайтһа, ә Сара Буранбаева өсөн
Ижади сәфәрҙең икенсе көнөндә сәхнәләштерелгән әҫәр ырымбурҙарға яҡшы таныш. Николай Крашенниковтың «Әмилә» хикәйәһе тап күрше өлкә далаларында бара. Башҡорттарҙың революцияға тиклемге тормошо Әмилә исемле ҡыҙ аша һүрәтләнә.
Ә гастролдең өсөнсө көнөндә Зифа Ҡадированың «Һинһеҙ килгән яҙҙар» исемле мелодрамаһы тәҡдим ителде. Ул театр репертуарында күптән түгел урын алыуына ҡарамаҫтан, тамашасы күңеленә хуш килгән. Шуға ла Ырымбурға осраҡлы һайланмаған. Тормошсан спектакль халыҡты көлдөрттө лә, илатты ла.
Башҡортостан Ырымбур сәләмен ҡабул итеп алды. Тулы зал йыйған ижади сәфәрҙән башҡорт театры сәм һәм дәрт алып, тыуған театр сәхнәһенә ҡайтты. Әйткәндәй, яҡын көндәрҙә ижади коллектив Ғафури һәм Балтас райондарына, ә декабрҙә Дүртөйлө менән Саҡмағошҡа гастролгә сығасаҡ.
Азат Ғәлиуллин